Изге эш «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы ярҙамында башҡарылған.
Биләмәлә төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу тәҡдиме менән урындағы халыҡ сығыш яһай. Программа сиктәрендә улар сығымдарҙың бер өлөшөн үҙҙәре ҡаплаған, сумманың ҡалған өлөшө муниципаль һәм республика ҡаҙналарынан йүнәлтелгән, шулай уҡ бағыусылар ҙа финанс ярҙамы күрһәткән.
Ҡыяуыҡта бөгөн 250-нән ашыу кеше йәшәй, халыҡ һыу менән тәьминәт мәсьәләһен дә уңышлы хәл иткән.
Гөлназ Хәйбуллина







