«Университеттағы технологик эшҡыуарлыҡ платформаһы» федераль проекты сиктәрендә уҡыу йортона 300 млн һум аҡса бүленде.
Проектҡа ярашлы, вуз белгестәре һәм студенттар сәнәғәт кимәлендә файҙаланыу тауарҙарын етештерер тип күҙаллана. Университетта алдағы 3 йыл эсендә йөҙҙән ашыу стартап тормошҡа ашырыу маҡсаты ҡуйылды. Нефть продукцияһын таҙартыу өсөн фильтрҙар, тупраҡ матдәләрен тикшереү ҡоролмаларын һәм башҡа тауарҙар етештереү көтөлә.
Флорида Ким




