Башҡортостан медицина колледждары студенттарына республика Профсоюздар ойошмаһының исемле стипендиялары тапшырылды.
Улар уҡыу алдынғылары ғына түгел, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем егеттәр һәм ҡыҙҙар. Студенттар бөгөн республика Профсоюздар йортонда булды, музей эше менән танышты. 22 студент республика Профсоюздар ойошмаһы стипендияһына, бер уҡыусы Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең үҙәк комитеты профсоюзы стипендияһына лайыҡ булды.
Бүләкләнеүселәр араһында ковид-19 вирус инфекцияһы таралған осорҙа «ҡыҙыл зона»ла эшләүсе студенттар ҙа бар. Республика исемле стипендияһының күләме 2 мең һум, ул ай һайын түләнә.
Лилиә Мәҡсүтова




