Башҡорт балеты легендаһы Зәйтүнә Насретдинова иҫтәлегенә ул йәшәгән йортта таҡтаташ асылды

СССР-ҙың халыҡ, Башҡорт АССР-ың атҡаҙанған артисы, башҡорт балетына нигеҙ һалыусы бөйөк шәхесте уның хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, дуҫтары иҫкә алды. Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы тамашасыларға «Торна йыры» беренсе милли балетында Зәйтүнгөл образы аша таныш. Аншлаг менән үткән тамаша оҙаҡ йылдар сәхнәләрҙән төшмәй. Балетҡа арнап 1964се йылда Свердловск киностудияһы фильм төшөрә.

Бар ғүмерен Зәйтүнә Насретдинова бейеү сәнғәтенә арнаған, ул 40 йылдан ашыу талантлы йәштәр менән эшләй, уларға балет серҙәрен аса. Шәхестең исеме Рәсәйҙә генә түгел, бөтә илдә лә билдәле, уны Планетаның бөйөк ҡатындары энциклопедияһы исемлегенә индергәндәр.

Фото №1 - Башҡорт балеты легендаһы Зәйтүнә Насретдинова иҫтәлегенә ул йәшәгән йортта таҡтаташ асылды

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ