Ҡәләм оҫтаһының тыуыуына 231 йыл тулыу айҡанлы, республикала әҙәби һәм мәҙәни саралар ойошторола. Яҙыусының кесе Ватаны – Ҡырмыҫҡалы районында «Аксаков байрамы» уҙҙы. Сараны БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
Тамашаның «Ал сәскә»не сәхнәләштереүҙән башланыуы осраҡлы түгел. Әкиәт нигеҙендә яҙылған нәҡ ошо әҫәр яҙыусыға киң билдәлелек килтерә. Халыҡ ижадын бәләкәй саҡтан күңеленә һеңдереп үҫкән яҙыусының әкиәт версияһын күптәр үҙ итә. Мәңгелек темаларҙы ла үҙ эсенә алған әкиәт рус әҙәбиәтендә классик әҫәрҙәр рәтен тулылындыра.
Өфөлә тыуған Сергей Аксаковтың бала сағы Ҡырмыҫҡалы районында уҙа. Кесе Ватаны тураһында яҡты хәтирәләрҙе ул автобиографик әҫәрендә теркәй. «Нәҡ ошонда мин тәбиғәт менән яҡынлаштым», – тип яҙа ҡәләм оҫтаһы. Киләсәктә кеше һәм тәбиғәт берҙәмлеге уның әҫәрҙәрендә төп темаға әүерелә. Бөгөн яҙыусының яҡташтары уның мираҫын һаҡлауға айырыуса иғтибар бүлә.
Быйыл Сергей Аксаковтың тыуыуына 231 йыл тула. Әҙиптең тыуған көнөндә тантаналы саралар ойоштороу яҡшы йолаға әүерелгән. Был көндө сәхнәләрҙән уның әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғырай, спектаклдәр ҡуйыла. 32-се халыҡ-ара Аксаков фестивале сиктәрендә Пушкин аллеяһындағы бюсына сәскәләр һалынды, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аксаков кисәһе уҙҙы. Кисәлә баш ҡала уҡыу йорттарының алдынғы студенттарына Аксаков премияһы тапшырылды.
«Аксаков көндәре» республиканың төрлө нөктәләрендә уҙа. Тантаналы саралар иртәгә лә дауам итәсәк. Сергей Аксаковтың мираҫы рус әҙәбиәтендә ҙур урын алып тора. Әҙип тураһында хәтер йәшәй икән, тимәк, шәхес тә йәшәй.
Рәзилә Ғиниәтуллина




