Республика Башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Ҡораллы көстәр сафына саҡырылған егеттәр биш ҡалала хәрби әҙерлек үтә. Радий Хәбиров Һарытауҙа мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ менән осрашты. “Башҡортостандан ылау даими була. Хәрби часть командирҙары менән был хаҡта килешелгән”, - тине Республика етәксеһе. Хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса Башҡортостан Башлығы кәңәшселәре кәрәкле әйберҙәр исемлеге әҙерләй. Һуңынан улар ылау менән тәғәйен һалдаттарға килтерелә.







