Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эскпорт 25 процентҡа күбәйгән. Эшкәртелгән тауарҙар һатыу күрһәткесе арта бара. Экспортты үҫтереү өсөн 70 миллион һум бүленде. Республикала Импортҡа алмаш һәм импортҡа булышлыҡ итеү үҙәге лә булдырылды. Ул хәҙерге сәйәси-иҡтисади шарттарҙа ойошмаларға кәрәкле сеймал, ҡорамал һәм йыһаздар алырға ярҙам итә. Бөгөнгә предприятиеларҙан 200-гә яҡын заявка ҡабул ителгән.







