Уны ойоштороу тәҡдиме менән ветерандар йәмәғәтселеге сыҡҡан.
Хәрби офицер Артур Йомағужин белдереүенсә, батальонға юғары әхләҡи рухлы, башлыса хәрби тәжрибәһе булған ир-егеттәр алынасаҡ. Махсус операция зонаһына ебәрелер алдынан улар хәрби әҙерлек үтәсәк. Батальонға инеүселәргә Оборона министрлығы һәм төбәк тарафынан ҡаралған барлыҡ түләүҙәр ҙә тәғәйенләнә.
Алдараҡ республикала махсус операцияла ҡатнашыу өсөн ике батальон ойошторлғайны. Уларға генерал Миңлеғәле Шайморатов һәм Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемдәре бирелде.
Гөлдәриә Йосопова







