Башҡортостанда йорттарҙы ҡышҡы һыуыҡтарға әҙерләү йылдам бара

Күп фатирлы йорттарҙың фасадтарын йылытыу капиталь ремонт программаһына ярашлы үтәлә. Быйыл Өфөлә 61 торлаҡтың фасады республика бюджетынан бүленгән сығымдарға яңыртыла .Әлеге ваҡытта уларҙың 50-дә ремонт тамамланған.

Төҙөүселәр килеү менән беҙ еңел һулап ҡуйҙыҡ. Улар беренсе секцияла фасадты көпләп, буяғас, фатирҙарҙа йылы ла, уңайлы ла буласаҡ. Бынан ары урам йылытмаясаҡбыҙ, ғаилә бюджетына ла экономия буласаҡ, тип ҡыуандыҡ.

Людмила Кәбирова, күп фатирлы йорт старостаһы

Рәсәй урамы 94/ 2 йортонда төҙөлөш 8 августа башланған. Сөнки күп фатирлы йорт капиталь төҙөлөш программаһын индерелмәгән булған. Йорт старостаһы һәм активистар тырышлығы менән йорт капиталь ремонт исемлегенә индерелә. Төҙөүселәр килеү менән хәл күпкә яҡшыра. Йорт фасадын йылытыу дәүләт стандарттарына яуап бирә, капиталь ремонт барышын төбәк операторы, техник күҙәтеү хеҙмәте , төҙөлөш контроле тикшерә.

Был йортта стеналарҙы йылытыу 65 процентҡа үтәлгән. Подъезд тәҙрләре алмаштырылды, тиҙҙән домофонлы йылы ишектәр ҡуясаҡбыҙ.

Егор Шурков, төҙөлөш ойошмаһының участка етәксеһе
Фото №1 - Башҡортостанда йорттарҙы ҡышҡы һыуыҡтарға әҙерләү йылдам бара

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ