Мәсетле районы Тайыш ауылында иман йорто ишектәрен асты

Мәсет ошо төбәктә йәшәгән кешеләрҙең көсө менән төҙөлгән.

Йонос биләмәһенә ҡараған Тайыш Мәсетле районының боронғо ауылдарының береһе. Ул ҙур түгел, әммә был ерлектә тыуған төйәген яратҡан, берҙәм халыҡ йәшәй. Һуңғы йылдарҙа ауылда дин юлына баҫыусылар күбәйә, өлкән быуын вәкилдәре араһында ла, йәштәр сафында ла намаҙ уҡыусылар байтаҡ.

Шуға күрә Тайыш ауылы халҡы йыйылып мәсет төҙөү тәҡдимен күтәреп сыға. Изге эшкә урында йәшәүселәр ҙә, ситтә донъя көтөүселәр ҙә ҡушыла. Һәр береһе иман йортон төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә. Ир-егеттәр өмә ойоштороп бура күтәреү, ҡыйыҡ ябыу кеүек төп эштәрҙе башҡарһа, ҡатын-ҡыҙҙар буяу-биҙәү эштәрен үҙ өҫтөнә ала.

Мәсетте асыу тантанаһында Мәсетле районы хакимиәте, төбәктең дин әһелдәре ҡатнашты. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, иман йорто күңелгә тыныслыҡ, һиллек биреп торған урын. Әммә уны асыу ғына түгел, халыҡтың йөрөүе лә мөһим. Үҫеп килгән быуын дини тәғлимәттәрҙе, ислам ҡанундарын белеп үҫергә тейеш.

Йәштәр, балалар менән эшләү, уларҙы дингә йәлеп итеү мөһим, тип билдәләнде тантанала. Сарала мәсетте сафҡа индереүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары ла тапшырылды. Тантананан һуң яңы иман йорто аҙан тауышына күмелде.

Фото №1 - Мәсетле районы Тайыш ауылында иман йорто ишектәрен асты

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ