5 миллион тоннанан ашыу иген алынды. Әле баҫыуҙарҙа көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә. Көйөргәҙе районының “Искра” хужалығында көнбағыш 2 мең 300-ҙән ашыу гектар майҙанда үҫтерелә. Майлы культуранан мул уңыш алабыҙ, ти хужалыҡ агрономы Рәүеф Абдуллин.
Республикала шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының яртыһында эш тамамланған. Гектарынан 286 центнер уңыш алына. Сөгөлдөр быйыл 19 районда үҫтерелде.




