Был турала отрядты булдырыу башланғысы менән сыҡҡан отставкалағы полковник Артур Йомағужин белдерҙе. - Тиҙҙән киләсәккә планды билдәләйбеҙ һәм беҙҙең батальонда хеҙмәт итеү шарттарын аныҡлайбыҙ, - тине ул. Башҡортостанда өсөнсө отрядҡа хәрби хеҙмәттән һуң запаста булыусылар алына. Батальонға ҡушылырға теләүселәрҙе Өфөлә, Дан бульвары 6-сы йорт адресы буйынса көтәләр.







