Улар республика конкурсы еңеүселәре. 25 башҡорт һәм 25 рус теле уҡытыусыһы аҡсалата премия менән бүләкләнде. Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һөйләй.
Еңеүселәр рәтендә мәктәп һәм колледж хеҙмәткәрҙәре бар. “Уҡытыусылар көнө алдынан беҙгә ҙур бүләк булды”, ти Ейәнсура районы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Клара Дәүләтбаева.







