Шәкәр сөгөлдөрөн алыу 15 районда бара. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, гектарынан 286 центнерға яҡын уңыш йыйыла. Ауыл хеҙмәтсәндәре 567 мең тоннан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙған. Эшкәртеүгә 302 мең тонна самаһы сеймал оҙатылған. Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтарында 33 мең тонна тирәһе шәкәр етештерелгән.







