Артистар “һинһеҙ килгән яҙҙар” спектаклен тәҡдим итә. “Зифа Ҡадырова әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән мелодрама мөхәббәт тураһында”, - ти театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Эльвира Дәүләтбирҙина.
Театрҙың 103-сө ижад миҙгеле иртәгә асыла. Быйыл юбилей тантаналары ла үтә. 12 октябрҙә Фидан Ғафаровтың тыуған көнө, уға 75 йәш тула. Ошо уңайҙан 14 октябрҙә “Бәхет хаҡы” спектакле тәҡдим ителә. 13 октябрҙә Рәсәйҙең халыҡ артисы Нурия Ирсаева 80 йәшен билдәләй. Танылған сәхнә оҫтаһының юбилей бенефисы 28 октябргә тәғәйенләнгән.







