Сафтағыларҙы Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Валентин Солодовник сәләмләне. Рәсәй оборона министрлығы хәрбиҙәрҙе кейем, ҡорал һәм кәрәкле аммуниция менән тулыһынса тәьмин иткән. Һалдаттар махсус ялан лагерында йәшәй. Хәрби ҡаласыҡ утын менән йылытыла. Архангел районынан Инсаф Абдуллин һәм Учалынан Юлай Шаһимәрҙәнов:
Башҡортостан ир-егеттәренең көнө күнекмә майҙандарында үтә. Хәрби хеҙмәт осоронда алынған белемде иҫкә төшөрөү һәм нығытыу бурысы ҡуйыла. Тактиканы шымартыу мөһим. “Беҙ яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеп торабыҙ”, - ти Йылайыр район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.
Башҡортостандан мобилизацияланған ир-егеттәр Ҡазан, Һамар, Пенза, Вольск һәм Елань уҡытыу үҙәктәрендә күнекмә үтә.







