Тағы ла 71 объект ауылдар араһын тоташтырасаҡ. Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡала һәм район башлыҡтары ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә белдерҙе.
Ауылдарға зәңгәр яғыулыҡ үткәреү федераль программаға ярашлы башҡарыла. Был эш газды ихатаға тиклем бушлай уҙғарыу һәм догазификация тураһындағы ҡануниәт барлыҡҡа килеү менән йәнләнде. Бынан тыш, айырым категория граждандарға зәңгәр яғыулыҡты йортҡа индереү өсөн йөҙ мең һумлыҡ сертификаттар ҙа бирелә.
Айнур Кәбиров




