Өфөлә коммерция булмаған ойошмаларҙың Бөтә Рәсәй конференцияһы башлана

Инклюзив мөхиткә арналған сарала илдең төрлө төбәктәренән килгән эксперттар, министрлыҡ-ведомство белгестәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ата-әсәләр ҡатнаша.

Ғаиләлә физик мөмкинлектәр сикләнгән сабый донъяға килеүе ата-әсәләр өсөн  көтөлмәгән һынау булып тора. Күп осраҡта улар ҡаушап ҡала. Был осраҡта ғаиләгә белгестәр генә ярҙам итә ала.

Ә булышлыҡ итеү  өсөн ошо йүнәлештә эшләгән тотош системаның берҙәм булыуы мөһим. Сөнки һүҙ баланы оло тормошҡа яраҡлаштырыу тураһында бара. Бында сирҙе иртә диагностикалау ҙа,  дауалау этаптары ла, мәктәпкәсә учреждениелар ҙа, мәктәптәрҙә уңайлы мөхит тыуҙырыу ҙа инә. Әле Башҡортостан мәғариф министрлығы махсус интерактив карта әҙерләгән, ул инвалид бала тәрбиләгән ғаиләләр өсөн кәрәкле мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала.

Конференцияның төп ойоштороусыһы – «Мәрхәмәт» фонды. Белгестәр фекеренсә, инвалидтар менән осрашыуҙа коммерция булмаған ойошмалар мөһим урын биләй. Күп осраҡта уларҙы физик мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән ата-әсәләр төҙөй. Һәм был категория проблеманы үҙ иңендә татып белә, улар ҡануни башланғыстар менән дә сығыш яһай, төрлө проекттар менән конкурстарҙа ла ҡатнаша.

Ғафури районынан килгән Ләйсән Табулдина әйтеүенсә, районда инвалидтар өлкәндәр араһында 2 мең тирәһе, балалар 200-гә яҡын. Уларҙың үҙәге ошо категорияға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү буйынса эш алып бара.

Фото №1 - Өфөлә коммерция булмаған ойошмаларҙың Бөтә Рәсәй конференцияһы башлана

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ