Әйтәйек, Нефтекамала изге эшкә 50-нән ашыу ирекмән йәлеп ителгән. Улар «Октава» үҫмерҙәр клубы активистары һәм ҡаланың депутаттар корпусы.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы вәкилдәре хужалыҡ һәм йорт эше буйынса ярҙам күрһәтә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килә. Ярҙамға мохтаж ғаиләләр экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, ҡаланың бер нисә нөктәһендә мобилизацияға саҡырылыусы егеттәргә ебәрер өсөн көн һайын кәрәк-яраҡтар һәм продукция туплана.
Рәзилә Ғиниәтуллина







