Башҡортостанда «Рәсәй һәм Донбасс геройҙары» балалар һүрәттәре конкурсына старт бирелде

Акция «Ғәҙел Рәсәй» фирҡәһе башланғысында ойошторолған. Сара кескәйҙәрҙә тарихи хәтергә һаҡсыл ҡараш һәм Рәсәй һәм Донбасс хәрби хеҙмәткәрҙәренең батырлыҡтарына ихтирам тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Конкурста 4 йәштән өлкәнерәк балалар ҡатнаша ала.

Ғаризалар 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Бәйгелә еңеүселәрҙең ижади эштәре «Балалар роман-гәзите»ндә баҫылып сығасаҡ.

Һүрәттәрҙе Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 36-сы йорт адресы буйынса «Ғәҙел Рәсәй» партияһының төбәк бүлегенә тапшырырға мөмкин. Конкурс һөҙөмтәләре киләһе йылдың ғинуарында билдәле буласаҡ. Һүрәттәр күргәҙмәһе йыл дауамында ойошторала.

Екатерина Самсонова, «Ғәҙел Рәсәй» фирҡәһенең Башҡортостан бүлеге аппараты етәксеһе
Фото №1 - Башҡортостанда «Рәсәй һәм Донбасс геройҙары» балалар һүрәттәре конкурсына старт бирелде

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ