Төбәк етәксеһе Ватан һаҡсыларына медицина хеҙмәттәрен күрһәтеү юлдарын, батальонға ебәреләсәк сираттағы гуманитар ярҙам сараларын билдәләне.
Радий Хәбиров йәрәхәтләнгән һалдаттарҙы дауалау өсөн Башҡортостан госпиталдәрендә шарттар әҙерләү маҡсатын ҡуйҙы. Осрашыу сиктәрендә һалдаттарҙың ғаиләләре өсөн баш ҡала музейҙарына һәм иҫтәлекле урындарына экскурсия ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡан һалдаттарға Башҡортостанда сифатлы медицины ярҙамы күрһәтеләсәк. Бының өсөн Өфө дауаханаларының береһендә хәрбиҙәр өсөн госпиталь ойоштороу көтөлә.
Һүҙ техник йыһаздар тураһында ғына бармай, тыуған ереңдә булған иғтибар һәм йылы мөнәсәбәт егеттәрҙең һауығыуына булышлыҡ итеүгә ышаныс уята. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров генерал Шайморатов исемендәге батальон һалдаттары һәм ғаиләләре менән осрашыуҙа егеттәрҙең именлеге өсөн мөмкин тиклем ярҙам саралары ойоштороласағын белдерҙе.
Махсус хәрби операцияға яңынан китергә әҙерләнгән һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын ойоштороу иғтибар үҙәгендә булды. Көндәлек тормош мәсьәләләре, балаларҙы уҡытыу, һалдаттарҙың ата-әсәһенең һаулығын хәстәрләү һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Республика башлығы хәрбиҙәрҙең ғаиләһе менән аралашып балаларға үҙенең эш урынына экскурсия ойошторҙо.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙан һуң яраланған һалдаттар ғаиләһе өсөн тарихи-мәҙәни ял программаһы ойошторолдо. Ыңғай тәҫьораттарға бай көндә улар Башҡортостан милли музейы экспозияларын ҡарап, генерал Шайморатовҡа арналған күргәҙмә менән танышты.
Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсылар музейы, Хәрби дан музейы, Еңеү паркы һәм башҡа иҫтәлекле урындар хәрбиҙәрҙең ғаиләләрен битараф ҡалдырманы. Улар яҡындары менән үткәргән иң ҡәҙерле минуттарға ихлас ҡыуанып көс-дәрт тупланы. Ватан һаҡсылары өсөн тыуған ере һәм яҡындары иғтибары әле иң мөһим ярҙам булып тора.
#медицина6 тегов. Рекомендовано от 5 до 10 теговОбложкаКраткое описание140 символов. Рекомендовано от 140 до 250 символовКонтентТөбәк етәксеһе Ватан һаҡсыларына медицина хеҙмәттәрен күрһәтеү юлдарын, батальонға ебәреләсәк сираттағы гуманитар ярҙам сараларын билдәләне.Радий Хәбиров йәрәхәтләнгән һалдаттарҙы дауалау өсөн Башҡортостан госпиталдәрендә шарттар әҙерләү маҡсатын ҡуйҙы. Осрашыу сиктәрендә һалдаттарҙың ғаиләләре өсөн баш ҡала музейҙарына һәм иҫтәлекле урындарына экскурсия ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.Махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡан һалдаттарға Башҡортостанда сифатлы медицины ярҙамы күрһәтеләсәк. Бының өсөн Өфө дауаханаларының береһендә хәрбиҙәр өсөн госпиталь ойоштороу көтөлә. Һүҙ техник йыһаздар тураһында ғына бармай, тыуған ереңдә булған иғтибар һәм йылы мөнәсәбәт егеттәрҙең һауығыуына булышлыҡ итеүгә ышаныс уята. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров генерал Шайморатов исемендәге батальон һалдаттары һәм ғаиләләре менән осрашыуҙа егеттәрҙең именлеге өсөн мөмкин тиклем ярҙам саралары ойоштороласағын белдерҙе. Махсус хәрби операцияға яңынан китергә әҙерләнгән һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын ойоштороу иғтибар үҙәгендә булды. Көндәлек тормош мәсьәләләре, балаларҙы уҡытыу, һалдаттарҙың ата-әсәһенең һаулығын хәстәрләү һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Республика башлығы хәрбиҙәрҙең ғаиләһе менән аралашып балаларға үҙенең эш урынына экскурсия ойошторҙо. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙан һуң яраланған һалдаттар ғаиләһе өсөн тарихи-мәҙәни ял программаһы ойошторолдо. Ыңғай тәҫьораттарға бай көндә улар Башҡортостан милли музейы экспозияларын ҡарап, генерал Шайморатовҡа арналған күргәҙмә менән танышты.Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсылар музейы, Хәрби дан музейы, Еңеү паркы һәм башҡа иҫтәлекле урындар хәрбиҙәрҙең ғаиләләрен битараф ҡалдырманы. Улар яҡындары менән үткәргән иң ҡәҙерле минуттарға ихлас ҡыуанып көс-дәрт тупланы. Ватан һаҡсылары өсөн тыуған ере һәм яҡындары иғтибары әле иң мөһим ярҙам булып тора.
Флорида Ким







