Төркиә вагондары Башҡортостан пружиналары менән йыһазландырыла

Был туралағы документҡа Истанбулда ҡул ҡуйылды. Килешеү Урал пружина заводы менән Төркиә компанияһының хеҙмәттәшлеген күҙ уңында тота. 

Республиканың башҡа етештереүселәре лә Көнбайыш Азия  дәүләте менән бәйләнештәрҙе нығыта, әле 39 предприятие вәкиле Төркиәлә эш сәфәрендә. Делегация республиканың иҡтисади-инвестиция ҡеүәтен сағылдырған презентация менән сығыш яһарға ла ниәтләй. Башҡортостандың мөмкинлектәре менән Анкаралағы Төркиә-Рәсәй дуҫлыҡ йортонда ла танышырға була. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Анкара ҡалаһының иң бейек нөктәһе, ул меңәр йыллыҡ тарихы булған мөһабәт ҡәлғәләр менән уратылған. Ә 4 миллионға яҡын халыҡ йәшәгән баш ҡала ус төбөндәге һымаҡ. Тарихты һәм заманды берләштергән биналарға көндәр буйы ҡарап торорға мөмкин. Төркиә-Рәсәй дуҫлыҡ йорто ла ошо хозур мөйөштә урынлашҡан, ә Башҡортостанға бағышланған бүлмәнән айырыуса матур күренеш асыла.

Бында башҡорттарҙың милли кейемдәрен дә, көнкүреш әйберҙәрен дә, үҙенсәлекле ижад емештәрен дә күрергә мөмкин. Стенала эленгән картиналар ҙа Башҡортостан рәссамдары тарафынан төшөрөлгән, һәр береһенән тыуған яҡ һулышы килә. Төркиә-Рәсәй дуҫлыҡ йорто директоры Эрол Угурлы Башҡортостан мөйөшө тураһында айырым бер йылылыҡ, һөйөү, ихтирам менән һөйләй. Ул үҙе өс тапҡыр Өфөлә булған. Мине Рәсәй менән тарихи тамырҙар бәйләй, ти ул.

Беҙҙең тарихи тамырҙарыбыҙ Рәсәйгә барып тоташа, ата-бабаларыбыҙ Рәсәйҙән, беҙ Төркиәлә тыуған өсөнсө быуын. Был ерлектә йәшәһәк тә Рәсәй күңелебеҙгә яҡын. Анкарала төрөктәр һәм рустар бер быуаттан ашыу дуҫ һәм татыу йәшәй. Беҙҙең ғаиләнең ике милләт араһында ла дуҫтары күп.

Эрол Угурлы, Төркиә-Рәсәй дуҫлыҡ йорто президенты

Анкара ҡәлғәһе биләмәһендә тиҫтәләрсә боронғо йорт бар, ете объект Төркиә-Рәсәй дуҫлыҡ йорто ҡарамағына тапшырылған. Йылдар дауамында был урын милли-мәҙәнни хазиналарҙы берләштереүсе, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәренә нигеҙ һалыусы майҙанға әүерелгән.

Мин 15 йылдан ашыу Дуҫлыҡ йортонда эшләйем. Рәсәй мәҙәниәте беҙгә бик яҡын, шулай уҡ был дәүләттәге башҡа милләтәрҙең тарихи-мәҙәни ҡиммәттәрен дә яҡшы беләм, Башҡортостан менән дә электән тығыҙ бәйлнеш булдырылған.

Дуйгу Беке, Төркиә-Рәсәй дуҫлыҡ йорто башҡарма директоры

Элек тап ошо биналарҙа Рәсәйҙән килгән дипломаттар йәшәгән. Улар Төркиәгә илдең тәүге президенты Мостафа Кемаль Ататөрк саҡырыуы буйынса килгән. Яҡташтарыбыҙҙың төп бурысы булып ике яҡ араһындағы эшлекле һәм дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыу торған. Тарихи йорт бөгөн дә үҙ асылына тоғро ҡала.

Фото №1 - Төркиә вагондары Башҡортостан пружиналары менән йыһазландырыла
Башбат

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ