Уның маҡсаты – хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү, уларҙы көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү, йөрәк йылыһын өләшеү. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Илдә өлөшләтә мобилизацияға алынған егеттәребеҙ, шулай уҡ әлеге көндә хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар өсөн ысын йөрәктән ярҙам ҡулы һуҙыу ниәтенән «Йөрәк йылыһы» акцияһы иғлан ителде. Баймаҡ районы ауыл хакимиәттәре, төрлө йәмәғәт ойошмалары, ҡатын ‐ҡыҙҙар был мәрхәмәтлек акцияһына әүҙем ҡушылды.
Гуманитар ярҙамдың шәхсән һалдаттарға төбәлгәндәре лә бар. Сөнки бөгөнгө ылау Ҡазан ҡалаһында хәрби уҡыуҙар үткән райондаштарыбыҙға тәғәйенләнгән. Илнур Дәүләтшин үҙенең бала саҡ дуҫы, класташы, Чечен һуғышы үткән Әҡсән Мырҙағәлинға ғаиләһе исеменән посылка йыйған.
Шәхси гигиена әйберҙәре, йөрәк йылыһы ҡушып бәйләнгән йөн ойоҡбаштар, бейәләй, бирсәткәләр һалдаттарыбыҙҙың ауыр минуттарында күңелдәрен йылытыр. Үҙәк ҡала китапханаһында гуманитар ярҙам йыйыу дауам итәсәк.
Раушания Рәхимова






