Был туралағы документ Мәскәүҙә «Агросалон» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә барышында ҡабул ителде.
Хеҙмәттәшлек килешеүенә Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән «МТЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Виталий Вовк ҡул ҡуйҙы.
«Минск трактор заводы тракторҙары республиканың ауыл хужалығында популяр. Беларусь иленән коллегаларыбыҙ менән киләһе йыл завод дилерҙары аша республикаға кәмендә 200 берәмек техника ҡайтарыу тураһында килештек», - тине Илшат Фәзрахманов.
Уға ярашлы, киләһе йыл Башҡортостанда кәмендә 50 берәмек сылбырлы «Беларус» йыйыласаҡ. Ә 2024, 2025 йылдарҙа күрһәткесте ике тапҡырға арттырыу күҙаллана.




