Республикала сылбырлы тракторҙар етештерелә

Мәскәүҙә “Агросалон” халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы һәм Минск трактор заводы араһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Республика Хөкүмәте вице-премьеры Илшат Фәзрахманов һәм транспорт компанияһы етәксеһе Виталий Вовк ҡул ҡуйҙы. Килешеүгә ярашлы, киләһе йылдан Башҡортостанда сылбырлы “Беларус”  тракторҙары йыйыла башлай. Йылына 50 берәмек техника сығарыу ҡарала. Бынан тыш, 2023 йылда беҙҙең республикаға завод дилерҙары аша 200 трактор килтерелә.

Фото №1 - Республикала сылбырлы тракторҙар етештерелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ