Указ бар, Рәсәйгә яңы биләмәләр ҡушылды

Бөгөн Президент  Владимир Путин Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләрен Рәсәй составына алыу тураһындағы закондарға ҡул ҡуйҙы. Был төбәктәр Рәсәйгә ҡушылыу буйынса рефрендум үткәрҙе һәм халыҡтың төп өлөшө тарихи тыуған иленә ҡайтырға теләк белдерҙе. Рәсәй Президенты илебеҙҙең дүрт яңы төбәге етәкселәрен тәғәйенләү тураһындағы указдарға ла ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһына – Денис Пушилин, Луганск Халыҡ Республикаһы Башлығы итеп – Леонид Пасечник, Херсон өлкәһе етәксеһе вазифаһына – Владимир Сальдо һәм Запорожье өлкәһе етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Евгений Балицкий тәғәйенләнгән.

Фото №1 - Указ бар, Рәсәйгә  яңы биләмәләр  ҡушылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ