Унда Өфөлә Евразия фәнни-мәғариф биреү үҙәге студенттары өсөн кампус төҙөү мәсьәләһе ҡаралды. Радий Хәбиров проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн илдең Фән һәм юғары белем биреү министрлығына рәхмәт белдерҙе. “Кампусты 2025 йылда сафҡа индереү ҡарала. Өфөлә Ағиҙел йылғаһының көньяҡ битләүенә кампус өсөн урын бүлдек. Проектты тормошҡа ашырыуға 20 миллиард һум инвестиция һалына, шуның 60 проценты - федераль бюджеттан,- тине Радий Хәбиров . Вадим Фальков фән һәм юғары белем биреү өлкәһендә республика потенциалын юғары баһаланы.




