Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең студент кампусын финанслау мәсьәләһе тулыһынса хәл ителгән

Һөйөнөслө хәбәр менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты.

Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәйҙең фән һәм юғары мәғариф министры Валерий Фальков ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Унда яҡын йылдарҙа күләмле проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 20 миллиард һум инвестиция, шул иҫәптән 60 процент федераль аҡсалар бүленеүе билдәләнде. Был беҙҙең республика өсөн оло ҡаҙаныш ул, әлбиттә, тышҡы ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан үҫергә тейеш, тине Башҡортостан башлығы.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусы Өфөнөң өс юғары уҡыу йорто урынлашҡан ерҙә урынлашасаҡ. Бүленәсәк финанстар студент ятаҡтарына ғына йүнәлтелмәй. Беренсе сиратта донъя кимәлендәге заманса фәнни-белем биреү мөхитен, йәшәү, уҡыу, фән, мәҙәниәт һәм спорт өсөн киң мөмкинлектәр тыуҙырыла.

Фото №1 - Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең студент кампусын финанслау мәсьәләһе тулыһынса хәл ителгән

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ