Өфөлә мобилизацияланған запастағы офицерҙарҙың сираттағы төркөмө хәрби әҙерлек частарына оҙатылды

Яҡынса ҡырҡ офицерҙы оҙатыуға арналған тантаналы митинг Хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында үтте. Ил һағына баҫыусыларҙы туғандары һәм яҡындары оҙатып, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләне. Сарала Республика хәрби комиссариаты хеҙмәткәрҙәре, хәрби ветерандар һәм дин әһелдәре лә ҡатнашты.

Наил Мырҙагилдин – запастағы лейтенант. Өлөшләтә мобилизацияға саҡырыу ҡағыҙы алған ир хәрби бурысын үтәүҙән ситтә ҡала алмай. Махсус хәрби операцияға саҡырылғансы юрист булып эшләгән яҡташыбыҙ быға тиклем дә регуляр әрме сафында хеҙмәт итеү теләге менән янған. Хәрбиҙе әҙерлек урынына офицерҙы ҡатыны менән ике улы оҙата.

Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған 40-лаған офицер Татарстанда һәм Пенза өлкәһендә хәрби әҙерлек үтәсәк. Ил һағына баҫыусылар сафында Белорет райоынан Артур Мостафин да бар.

Митингыла хәрби бәрелеш ветерандары, дини конфессиялар һәм хәрби комиссириат вәкилдәре ҡатнашты. Барыһы ла офицерҙарҙың хәрби бурысын намыҫлы үтәүҙәрен һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Юлда хәрбиҙәр аҙыҡ-түлек тупланмаһы менән тәьмин ителә. Сираттағы офицерҙар төркөмөн оҙатыу тантанаһы бөгөн үтә. Хәрби частарға 80-дән ашыу етәксе хәрбиҙәр юллана. Офицерҙарға хәрби хеҙмәт нескәлектәрен иҫкә төшөрөргә һәм яңы белем үҙләштерергә тура киләсәк.

Фото №1 - Өфөлә мобилизацияланған запастағы офицерҙарҙың сираттағы төркөмө хәрби әҙерлек частарына оҙатылды

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ