Хәрби уҡыу үҙәктәренә юлланған һалдаттарға посылка оҙатыусыларҙан акцияға битараф булмаған граждандар дәррәү ҡушылды. Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан гуманитар ярҙам пунктына эшҡыуарҙар, бағыусылар термокостюмдар, йоҡо кәрәк-яраҡтары бүләк итте.
Өфөнөң13-сө китапханаһы бинаһында ла һалдаттарға ярҙам йыйыу майҙаны ойошторолдо. Урындағы халыҡ көндәлек кәрәк-яраҡтар туплап, республика һалдаттары өсөн бүләктәр ебәрҙе. Уртаҡ көс менән посылкаларға тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн дарыуҙар,йылы кейем, оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәр тупланды. Ҡул эштәре түңәрәгенә йөрөүсе хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар бейәләйҙәр һәм ойоҡбаштар бәйләп махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә оҙатты.
Флорида Ким







