Быйыл Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы барлыҡҡа киләсәк

Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығын мәңгеләштереү маҡсатында ҡуйыла.

20 метр бейелектәге стела Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы янында урынлаштырала. Подрядсы ойошма төҙөлөш-монтажлау эштәрен 30 ноябрҙән ҡалмай теүәлләргә тейеш булған. Әммә хеҙмәткәрҙәр объектты ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. Әлегә мәлдә арматура һәм бетон эштәре тамамланған. Бөгөнгә газон йәйеү, стеланы биҙәү, яҡтыртыу ҡоролмалары һуҙыу кеүек эштәр бара.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты ҡарары менән ике йыл элек Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән абруйлы исем бирелде. Ул баш ҡала халҡының 1941-1945 йылдарҙа фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡыйыулыҡтары, хеҙмәт батырлыҡтары, Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн лайыҡ булды.

Фото №1 - Быйыл Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы барлыҡҡа киләсәк

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ