Өфөлә Рәсәй телевидениеһы ветераны Марсэн Мөхәмәҙиевтың фотокүргәҙмәһе асылды

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында билдәле фоторәссам, Рәсәй телевидениеһы ветераны, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың кинематографистар союзы ағзаһы Марсэн Мөхәмәҙиевтың фотокүргәҙмәһе асылды.

Уның яҙмышы 40 йыл ғүмерен арнаған Башҡортостан телевидениеһы тарихы менән тығыҙ бәйле. Әммә видеокамеранан башҡа, Марсэн Мөхәмәҙиев тормошҡа фотоаппарат объективы аша ла ҡарарға ярата. Яратҡан шөғөлө менән тиҫтәләрсә йылдар мауыҡһа ла, эштәре киң йәмәғәтселеккә тәүгә тәҡдим ителде.

Дебют фотокүргәҙмәһен асыуҙа авторҙың ҡатыны Хәлисә Мөхәмәҙиева, хеҙмәттәштәре, билдәле фотографтар һәм режиссерҙар ҡатнашты. Уларҙың һәр ҡайһыһы Марсэн Мөхәмәҙиевтың ижади биографияһы менән яҡшы таныш.

Марсэн Мөхәмәҙиев – үҙ ваҡыты, яратҡан ҡалаһы һәм уның халҡының тынғыһыҙ йылъяҙмасыһы. Хеҙмәттәшебеҙ Өфө фотографы Баһауетдин Шәһабетдин улы менән, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Сәкинә Исмәғил ҡыҙынң ғаиләһендә тыуған.

Тәжрибәле рәссам булған атаһы улының ижадҡа ынтылышын бик иртә тойомлай. Арыҫлан Мөбәрәковтың фатихаһы менән Марсэн 1966 йылда Башҡортостан телевидениеһына эшкә килә. Документаль һәм нәфис фильмдар төшөрөүҙә ҡатнаша. Видеокамера менән эшләү еңелерәк тә ине, тип иҫләй.

Фото №1 - Өфөлә Рәсәй телевидениеһы ветераны Марсэн Мөхәмәҙиевтың фотокүргәҙмәһе асылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ