Ошо уңайҙан республика педагогтарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
«Беҙгә белем донъяһына ишек асҡан, күп быуатлыҡ мәҙәни байлыҡ менән таныштырған, күңелдәрҙә изгелек нурҙары тәрбиәләгән остаздарыбыҙҙың исемдәрен беҙ ғүмер буйына йөрәк түрендә йөрөтәбеҙ.
Бөгөнгө ҡатмарлы заманда уҡытыусылар үҙ гражданлыҡ бурысын намыҫ менән үтәй, уҡыусыларға ҡаһарман яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләп, уларға иң мөһим төшөнсәләрҙе еткерә.», - тип яҙған Радий Хәбиров. Төбәк башлығы уҡытыусылар һәм педагогик хеҙмәт ветерандарына ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ көс һәм ижад илһамы теләгән.




