Мәскәү өлкәһендә «Алтын көҙ – 2022» күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан стенды менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин танышты.

Радий Хәбиров Михаил Владимировичҡа республика халҡы исеменән ике программа өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Уларҙың береһе ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү. Ошо программа сиктәрендә финанслау күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – икенсе урында. Ул торлаҡ йорттар, медицина учреждениелары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, парктар төҙөргә мөмкинлек бирә.

Шулай уҡ Радий Хәбиров быйыл аграрийҙарҙың биш миллион тонна иген йыйып алыуҙары тураһында һөйләне. Һуңғы тапҡыр бындай уңышҡа Башҡортостан хужалыҡтары 1986 йылда өлгәште.

Радий Хәбиров шулай уҡ ауыл ипотекаһына туҡталды. Ул Башҡортостанда ҙур ихтыяж менән файҙаланыла, бирелгән займдар буйынса төбәк илдә беренсе урынды биләй. Ауыл ипотекаһы ярҙамында 5 мең ярымдан ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Программаның ваҡыты сикләнмәүе, ауылдарҙың үҫеше өсөн яҡшы мөмкинлектәр бирә.

Фото №1 - Мәскәү өлкәһендә «Алтын көҙ – 2022» күргәҙмәһе асылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ