Уҡытыусылар көнөнә иң ҙур баһа

Башҡорт дәүләт университетының бөр төркөм мөғәлимдәре Башҡортостандың юғары исемдәренә һәм маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.

Бүләкләү тантанһының тап һөнәри байрам көнөндә уҙғарылыуы наградаларға айырыуса әһәмиәт өҫтәй. Йырҙа йырланғанса, беҙ Ватанға дан һәм награда өсөн хеҙмәт итмәйбеҙ, әммә уны алыу бик тә күңелгә ятышлы, ти уҡытыусылар.

Дәүләт наградалары алыу фәнни эштәр, асыштарҙың лайыҡлы баһаланыуы , йәмғиәттә танылыуы алыуына дәлил. Ә уҡыусылар өсөн ул үрнәк. Бөгөн Башҡорт дәүләт университетының бер төркөм студенттары ла Рәсәй Президенты, Башҡортостан башлығының һәм исемле стипендиялар алды. Уҡыу йортонда һәр юғары стипендия күренекле шәхестәр исеме менән билдәләнгән.

Фото №1 - Уҡытыусылар көнөнә иң ҙур баһа

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ