Республика Башлығы етәкселегендәге рәсми делегация Мәскәү өлкәһендә “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашты. Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин, вице-премьер Виктория Абрамченко һәм Ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев Башҡортостан экспозицияһын ҡараны. Быйыл республикала 5 миллион тонна ашлыҡ йыйылды, һуңғы 5 йылда техника һатып алыуға 44 миллиард һум тотонолған. Михаил Мишустин төбәктә ауыл хужалығы үҫешен ыңғай баһаланы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала федераль программалар уңышлы тормошҡа ашырыла.




