Башҡортостанда депутаттар армия кейеменә хаҡ артыу сәбәпле монополияға ҡаршы хеҙмәткә мөрәжәғәт итте

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡтан ялыуҙар күп килгән. Һуңғы аҙналарҙа махсус кейем, хәрби йыһаз һәм дарыуҙар ҡиммәтләнгән. Бындай күренеш өлөшләтә мобилизация менән аңлатыла. Шуға депутаттар хаҡ артыуын тикшереү өсөн Башҡортостан буйынса Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә рәсми хат ебәргән. Яҡын арала Сауҙа һәм хеҙмәт министрлығы менән эшсе кәңәшмә үткәрелә. Унда сауҙа ойошмалары вәкилдәрен дә саҡырыу ҡарала. 

Фото №1 - Башҡортостанда депутаттар армия кейеменә хаҡ артыу сәбәпле монополияға ҡаршы хеҙмәткә мөрәжәғәт итте
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ