Өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың береһе юрист Наил Мырҙагилдин. Ул хәрби дәрәжәһе буйынса запастағы лейтенант. “Беҙ – егеттәр, Ватан һаҡсылары. Ил саҡырҙы. Яҡшы кәйефтә юлға сығам”, - ти Наил Мырҙагилдин.
Ил һағына баҫыусылар сафында Белорет районынан Артур Мостафин да бар. “Хәрби бурысыбыҙҙы намыҫ менән үтәрбеҙ. Иҫән-һау ҡайтып етербеҙ”, - ти офицер.
Хәрбиҙәргә аҙыҡ-түлек тупланмаһы тапшырылды. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан йыйылған 40-тан ашыу офицер Татарстан һәм Пенза өлкәһендә урынлашҡан уҡытыу үҙәгендә әҙерлек үтәсәк.







