Башҡортостанда “Ағинәй” ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары мобилизацияланған ир-егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. Хәйбулла районында ҡатын-ҡыҙҙар йылы ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр бәйләп хәрби әҙерлек урындарына ебәргән. Әлеге ваҡытта улар хәрбиҙәр өсөн кәрәкле әйберҙәр, йылы кейемдәрҙән посылка әҙерләй. Хәйбулла районының “Ағинәй” ойошмаһы етәксеһе Миңзифа Ишемғолова әйтеүенсә, ағинәйҙәр ир-егеттәрҙе оҙатыу ла әүҙем ҡатнашҡан. Улар хәрбиҙәрҙең ғаиләләре менән дә ныҡлы бәйләнеш тота. Һәр ауылда ойошма ағзалары ғаиләләргә матди һәм психологик ярҙам күрһәтә.





