Йылайыр районы “Ағинәй” ойошмаһы “Йөрәк йылыһы” акцияһына ҡушылды

Йылайыр районы Юлдыбай ауылының  “Ағинәй” ойошмаһы “Йөрәк йылыһы” акцияһына ҡушылды. Улар мобилизацияланған ир-егеттәргә  йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләгән. Ауыл халҡы менән берлектә хәрбиҙәргә  кәрәкле әйберҙәр йыйып күстәнәс ебәргән.   Райондың “Ағинәй” ойошмаһы етәксеһе Миләүшә Моратова белдереүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар тәүгеләрҙән булып изге эшкә тотонған. “Йыйылған әйберҙәр уландарыбыҙға бүләк булһын, көс-дәрт бирһен”, ти ул. Ағинәйҙәр ошо арала Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үтеүсе яҡташтарына тағы ла бер посылка юлларға иҫәп тота. 

Йылайыр районы “Ағинәй” ойошмаһы “Йөрәк йылыһы” акцияһына ҡушылды
Фото №1 - Йылайыр районы   “Ағинәй” ойошмаһы “Йөрәк йылыһы” акцияһына ҡушылды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ