Мобилизацияға саҡырылыусы һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү республиканың һәр бер район-ҡалаһында ойошторолған.
Бөгөн штабтың Өфө районы бүлеге вәкилдәре Булгаков ауылында йәшәүсе Поляковтар ғаиләһендә булды. Ирекмәндәр мобилизацияланған һалдаттың ҡатынын Уҡытыусылар көнө уңайынан профессиональ байрамы менән ҡотлап, гөлләмә тапшырҙы, ниндәй ярҙам кәрәклеге тураһында ҡыҙыҡһынды.
Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән ғаилә башлығы мобилизацияға саҡырылыу ҡағыҙын алғас та, хәрби бурысын үтәүҙән ситтә ҡалмай. Әле һалдат Һарытау өлкәһендә хәрби әҙерлек үтә.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына 8 800 201 89 03 телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин. Белгестәр юридик, психологик һәм башҡа ярҙам күрһәтергә әҙер. Ирекмәндәр махсус хәрби операцияға йәлеп ителеүселәрҙең яҡындарына аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ҙа килтерә ала.
Рәзилә Ғиниәтуллина







