Башҡортостанда йорттарға газ үткәреү дауам итә

Быйыл планлаштырылған 3 мең саҡрымлыҡ газ торбаларының яртыһы һалынған да инде. Федераль программа сиктәрендә зәңгәр яғыулыҡ ихатаға тиклем бушлай үткәрелә. Ә ҡайһы бер граждандарға газ ҡоролмаларын һатып алыуға ла аҡса бүленә. Хеҙмәткә кемдәр дәғүә итә? Яуап БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Әминә газ плитаһы менән файҙаланырға инде өйрәнеп бөткән. Йомортҡа ҡыҙҙырыу тиһеңме, кекс бешереүме – барыһы ла уның ҡулынан килә. Ғилметдиновтар йортона зәңгәр яғыулыҡ быр нисә аҙна элек кенә тоташтырылған. Газ торбалары йорт участкаһына тиклем федераль программа буйынса үткән. Ә ҡалған ҡоролмаларҙы ғаилә махсус сертификат аҡсаһына һатып алған.

Күп балалы ғаилә бюджеты өсөн сертификат ярайһы уҡ ҙур ярҙам. Әйткәндәй, 75 һәм 100 мең һумлыҡ сертификатҡа башҡа категориялы граждандар ҙа эйә була ала. Исемлектә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр, Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби бәрелеш ветерандары, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр бар. Йортҡа газ тоташтырылғас та, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында оноторға ярамай.

Нуриман районында газ тәьминәте 43 процент тәшкил итә. Бындағы 52 ауылдың тик 20-һе генә зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған. Догазификация программаһы сиктәрендә меңгә яҡын кеше йортҡа газ тоташтырыу буйынса заявка тапшырған. Быйыл һалыуға планлаштырылған 40 саҡрымлыҡ торбаларҙың 30 саҡрымы һалынған да инде.

Ихата сигенә тиклем газ торбалары үткәреү программаһы 2025 йылғаса ғәмәлдә ҡаласаҡ. Кәрәкле документтар туплағандан һуң, йорт хужаһына Күп функциялы үҙәккә йәки «Газпром» ойошмаһы бүлектәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Республикала йорт участкаһына тиклем газ үткәреү программаһы йылдам дауам итә. Уның сиктәрендә быйыл 30 меңдән ашыу йортто зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү ҡаралған. Был маҡсатҡа 15 миллиард һум аҡса бүленгән.

Фото №1 - Башҡортостанда йорттарға газ үткәреү дауам итә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ