Яҡынлашып килгән Республика көнө уңайынан Өфө ҡала хакимиәтендә махсус ултырыш үтте

Сара сиктәрендә төрлө йүнәлештәге хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде. Иҡтисад, һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, мәғариф, сәнәғәт һәм башҡа өлкә белгестәре маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Бынан тыш ултырышта баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек һорауҙары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ҡала хакиәмиәте залындағы рәсми ултырыштың көтөп алынған өлөшө – хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын, почет грамоталарын тапшырыу. Республика көнө уңайынан һөнәри уңышҡа өлгәшкән тәжрибәле белгестәр маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды, рәхмәт хаттары алды.

Төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәр араһында уҡытыусылар, табиптар, төрлө ойошма етәкселәре һәм йәмәғәт тормошона битараф булмаған хеҙмәткәрҙәр. Улар оҙаҡ йылдар һөнәренә тоғро ҡалып фиҙәҡәр хеҙмәте менән ышаныс яулаған.

Бүләкләү тантанаһынан тыш сарала Өфөнөң 450 йыллығы менән бәйле маҡсаттар билдәләнде. Юбилей датаны дәүләт кимәлендә ойоштороу баш ҡалала йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереүҙе күҙ уңында тота. 2024 йылға тиклем Өфөнөң тарихи үҙәгендәге урамдарҙы, социаль объекттарҙы һәм күп ҡатлы йорт фасадтарын төҙөкләндереү көтөлә.

Фото №1 - Яҡынлашып килгән Республика көнө уңайынан Өфө ҡала хакимиәтендә махсус ултырыш үтте

Флорида Ким

Волна
Акции БСТ