Яугирҙәргә - “Йөрәк йылыһы”. Өфө эшҡыуары, иләнгән йөн магазины етәксеһе Алһыу Аллаярова республикала иғлан ителгән акцияға ҡушылған. Ул әхирәттәре һәм яҡындары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр өсөн йылы ойоҡбаштар бәйләй.
Өфө районы Шамонин ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла һалдаттар өсөн йылы кейемдәр бәйләй. Республика ҡан тапшырыу станцияһы бүлек мөдире Фирүзә Хәлилова.
Йөн бейәләй һәм ойоҡбаштар Өфөлә Революция урамы, 43-се йортта ҡабул ителә. Акция октябрь аҙағында тамамлана.







