Премьер-министр Андрей Назаров Ислам республикаһының беренсе вице-президенты Мөхәммәт Мохбер менән осрашты. Ике республика араһында хеҙмәттәшек мөмкинлектәре ҡаралды. Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостан менән Иран араһында сауҙа үҫешә.
Андрей Назаров Иран вәкилдәрен декабрҙә Башҡортостанда үтәсәк Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында ҡатнашырға саҡырҙы.







