Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин 70 йәшен билдәләй.
Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дәүләт етәксеһен социаль селтәрҙәрҙә ҡотланы.
«Президентҡа даими рәүештә республикаға ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәтлемен. Владимир Владимирович тарихи ғәҙеллекте тергеҙергә яҙам итеп, үҙенең Указы менән генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирҙе.
Беҙҙең республикала Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенә нигеҙ һалыу, студенттар кампусы төҙөү һәм карбон полигоны булдырыу тураһындағы заявкаларыбыҙҙы хупланы. Владимир Владимирович Башҡортостанға һәр ваҡыт айырым бер йылылыҡ һәм хөрмәт менән ҡараны.
Күп тапҡыр беҙҙең төбәктең күп милләтле булыуын, тарих дауамында Рәсәй сиктәрен һаҡлаған батырҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала килде. Был әле лә шулай. Бөгөн бөтә ил лидерыбыҙ тирәләй тупланды. Шуға ла дөрөҫлөк һәм киләсәк уның яғында», - тип белдергән Башҡортостан етәксеһе.
Гөлдәриә Йосопова







