Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабынан изге эш

Мобилизацияға саҡырылыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам республиканың һәр район-ҡалаһында ойошторолған. Өфө районы Булгаков ауылында йәшәгән Поляковтарға ярҙам итеүсе ирекмәндәр менән БЮТ ижади төркөмө лә аралашты.

Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отрядында тиҫтәләп ир-егет. Филарит Муллағәлиев – һөнәре буйынса төҙөүсе. Мобилизацияға саҡырылған ауылдашына ихлас күңелдән ярҙам итергә килгән.

Диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән ғаилә башлығы саҡырыу ҡағыҙын алыу менән, хәрби бурысын үтәргә юллаған. Һарытау өлкәһендә хәрби әҙерлек үтеүсе хужа йорт-ҡура тирәһендә теүәлләнмәй ҡалған эштәре өсөн борсолмаһа ла була, ти Шайморатов отряды ирекмәне.

Теплица күсереү, йәшелсә-емешкә һыу йыя торған һауытты бәләкәсәйтеп иретеп-йәбештереү эштәрен мобилизация үтеүсе улдарының өлкән йәштәге ата-әсәләре үҙҙәре генә башҡара алмай.

Физик көс талап итә торған эштәрҙе өмә ярҙамында күмәк көс менән генә үтәп сығырға була. Наказды «Берҙәм Рәсәй»ҙән Өфө районы депутаты Алексей Әсләмов һалдат ҡатынын Уҡытыусылар көнө уңайынан ҡотларға килгәндә ҡабул иткән.

Был йорттан мобилизацияланыусы беҙҙең ауылдаш. Беҙ уның ғаиләһенә ихлас күңелдән ярҙам итәбеҙ. Хаҡлы ялдағы өлкән ата-әсәһенә һәм ҡатынына ауыр эштәрҙе башҡарып сығырға ярҙамлашабыҙ.

Татьяна Вилачева, «Ғаилә» төҙөлөш комплексы вәкиле

Бынан тыш, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды ғаилә башлығы планлаштырған, әммә үтәп өлгөрә алмағандарын – йорт эсендә косметик ремонт һәм ишек алмаштырып теүәлләйәсәк, тип күҙаллана.

Башҡортостанда мобилизацияға саҡырылғандарҙың туғандарына ла төрлө кимәлдәге ярҙам күрһәтелә. Ирекмәндәр көн һайын ярҙамға мохтаждарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерә, бер кемдең дә үтенесе кире ҡағылмай. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин. Белгестәр юридик, психологик һәм башҡа ярҙам күрһәтергә әҙер.

8 800 201 89 03

Фото №1 - Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабынан изге эш

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ