Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы тура эфирҙа күрһәтеләсәк

Әлеге ваҡытта ил буйынса Ватан геройҙарының бөйөк ҡаһарманлығын мәңгеләштереү йолаһы тергеҙелә.

Халыҡ аҡсаһына Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡан ҡойошло яуҙары барған урында Ржев мемориалы төҙөлдө. Донбасты нацизмдан ҡотҡарыуға арналған «Саур-Могила» мемориаль комплексы үҫеп сыҡты.

Ошо исемлекте дауам итеп төҙөлгән Рәсәй Геройы генерал Шайморатовҡа һәйкәл – легендар комдивҡа ғына түгел, Ватаныбыҙ өсөн башын һалған барлыҡ яугир яҡташтарыбыҙға хөрмәт билдәһе.

Һәйкәлде асыу республикабыҙҙың яңы тарихында әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе. Сараның тура трансляцияһын 11 октябрь көндөҙгө сәғәт 12-лә БЮТ, «Башҡортостан 24» һәм «Вся Уфа» телеканалдарында ҡарағыҙ.

Фото №1 - Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы тура эфирҙа күрһәтеләсәк

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ