Эшҡыуарҙарға республика Хөкүмәте гранттары һәм субсидиялары

Социаль эшҡыуар статусындағы йүнселдәр дәүләттән 100 мең һумдан 500 мең һумға тиклем бушлай ярҙам алыу хоҡуғына эйә.

Был турала бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙам мәсьәләләренә арналған матбуғат конференцияһында һүҙ барҙы. 500 мең һумға тиклем финанс ярҙамды ҡуртымға алынған бина, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре, электр уты өсөн түләүгә, ремонтҡа, рекламаға тотонорға мөмкин.

Уға эйә булыр өсөн эшҡыуар тәҡдим ителгән проектты тормошҡа ашырыу сығымдарының 50 процентын үҙе ҡапларға бурыслы. Шулай уҡ республика Хөкүмәтенән 500 һумға тиклем аҡсалата ярҙам 14 йәштән 25 йәшкәсә йүнселдәргә лә билдәләнә. Үҙ эшен асырға теләүсе шәхси эшҡыуарҙар, предприятие асыусылар уны үҙ ҡарамағына тотона ала.

Дәүләт ярҙамын алыу өсөн эшҡыуарҙар урындағы бизнес шерифтарға – хакимиәт башлығы урынбаҫарына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ был ярҙамды онлайн – дәүләт хеҙмәттәре ҡушымтаһы аша алырға була. Йыл башынан ғына 138 социаль ойошма 67 миллион һум күләмендә грант алыуға иреште.

Алиса Ғибәҙуллина, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары
Фото №1 - Эшҡыуарҙарға республика Хөкүмәте гранттары һәм субсидиялары

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ