Төбәктә өсөнсө тапҡыр ойошторолған сарала кейем, аяҡ кейеме, йорт тауарҙарын етештереүсе предприятиеларҙы берләштерҙе.
Форумдың пленар өлөшөндә тармаҡты үҫтереү юлдары билдәләнде. Үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға ихтыяж артҡан осорҙа эшҡыуарҙарға ярҙам сараларын арттырыу көнүҙәк һорауҙарҙың береһе булып тора.
Сағыу кейемдәр, сифатлы туҡымалар, биҙәүестәр һәм йорт әйберҙәре. Өфөлә асылған еңел сәнәғәт форумы майҙансыҡтары ҡулланыусыларға тәҡдим ителгән тауарҙарҙың төрлөлөгө менән айырыла. Сарала үҙмәшғүл оҫтабикәләрҙән алып ҙур предприятеларҙан килетерелгән өлгөләр күрһәтелде.
Башҡортостанда еңел сәнәғәт тармағы үҫешенә ярҙам итеү өсөн яңынан-яңы дәүләт программалары эшләй башлай. Субсидиялар ярҙамында һуңғы йыл эсендә 9 млрд һумға тауар һатылған.
Республикала етештерелгән тауарҙар сифаты, милли стиле, уңайлығы һәм башҡа сифаттары менән ышаныс яулаһа ла ил кимәлендәге сауҙа әйләнешенә сығыу – яңы маҡсат булып тора. Белгестәр әйтеүенсә, был тармаҡта файҙаланылмаған потенциал юғары. Иғтибар импорт тауарҙарынан үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға йүнәлтелгән осорҙа эшҡыуарҙарға яңы мөмкинлектәр асыла.
Флорида Ким




